Баш бит
|
| |||||||||||||
|
Көн рәсемеХалыҡтарҙың бөйөк күсенеүе — башлыса Рим империяһының периферияһынан б. э. т. IV быуат урталарында көнсығыштан һундарҙың баҫҡынсылығы арҡаһында башланған IV—VII быуаттарҙағы Европала этник күсенеүҙең дөйөмләштерелгән шартлы атамаһы. Күп миграцияларҙың катализаторына әйләнгән климатик пессимум иртә урта быуаттарҙа төп ваҡиғаларҙың береһе булған. Бөйөк күсенеүҙе ете-һигеҙ быуатты солғаған глобаль миграцион процестарҙың ҡушма өлөшө булараҡ ҡарарға мөмкин. Күсенеүҙең характерлы үҙенсәлеге булып шул факт, ахыр сиктә, Көнбайыш Рим империяһына (тәүге сиратта Италия, Галлия, Испания һәм Дакияны индереп) бик күп герман күсенеүселәре ынтылған үҙәгендә яңы эраның V быуат башына римлеләр һәм романлашҡан кельт халыҡтары байтаҡ күп йәшәгән. Шунлыҡтан халыҡтарҙың бөйөк күсенеүе герман ҡәбиләләре һәм романлашҡан ултыраҡ халыҡ араһында мәҙәни, тел, артабан дини низағҡа килтергән. Бөйөк күсенеүҙәр Урта быуаттар осоронда Европа континентында яңы дәүләттәр барлыҡҡа килеүенә һәм үҫешенә нигеҙ һалған. Тикшеренеүселәрҙең күбеһе бөйөк күсенеүҙең сәбәптәре сифатында ярлыланған һәм уңайһыҙ төбәктәрҙән йәшәү өсөн уңайлыраҡ булған ерҙәргә күсенеү тора ти. Иң төп сәбәптәрҙең береһе булып һауа торошоноң климат дөйөм һалҡынлана барыуы, шуға бәйле континенталь климатлы территорияларҙа йәшәгән халыҡ йомшағыраҡ климатлы райондарға ынтылған. Күсенеүҙең иң бейек нөктәһе киҫкен һыуытҡан 535—536 йй. тура килгән тип иҫәпләнә. Уңыш булмауы, сирҙәр артыуы, балалар һәм ҡарттарҙың үлем осраҡтары йыш күҙәтелгән. Һыу баҫыуҙар һәм дауылдар Төньяҡ диңгеҙ яр буйҙарында һәм Көньяҡ Англияла ҡоро ерҙең юғалыуына килтергән. Б. э. VI быуатында Италияла ла һыу баҫыуҙар йыш күҙәтелгән. Епископ Григорий Турский 580-се йылдарҙа Францияла көслө ҡойма ямғырҙар, насар һауа торошо, һыу баҫыуҙар, күмәк кешенең асығыуы, ашлыҡ уңмауы, һуңлаған ҡырауҙар ҡорбаны булған ҡоштар хаҡында хәбәр иткән. Б. э. VI быуатында Норвегияла крәҫтиән хужалыҡтарының 40 % ташландыҡ хәлдә булған. Француз тарихсыһы Пьер Рише 793 йылдан 880 йылға саҡлы тормош, 13 йыл дауамында, аслыҡ һәм һыу баҫыуҙарға, ә тотош 9 йыл — сиктән тыш һыуыҡ ҡыштар һәм эпидемиялар менән бәйле булған, тип күрһәткән. Был ваҡытта Үҙәк Европала ала тән йәғни махау сире таралған.
Шуларҙы беләһегеҙме?
Һуңғы сифатлы мәҡәлә: Мөнир Һаҙый. Һуңғы һайланған портал: Башҡортостан ауылдары. Сифатлы мәҡәләләр (17) | Исемлектәр һәм порталдар (1, 1) | Үҙгәртеү |
Әлмөхәмәтов Ғәзиз Сәлих улы (29 октябрь 1895 йыл — 10 июль 1938 йыл) — йырсы (лирик тенор), композитор, музыкаль йәмәғәтселек эшмәкәре. Тәүгеләрҙән булып «Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы» (1929) исеменә лайыҡ булыусы, башҡорт һәм татар профессиональ музыкаһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Сәйәси золом ҡорбаны. Ғәзиз Сәлих (Мөхәмәтсәлих) улы Әлмөхәмәтов 1895 йылдың 29 октябрендә Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Көйөргәҙе районы) Иҫке Мораптал ауылында тыуған. Милләте башҡорт. Шәжәрәһе: Амангилде Байморатов (1775—1844) → Әлмөхәмәт (1803—?) → Яхъя (1820—?) → Абдрахман (1857—?) → Мөхәмәтсәлих (1867—?) → Ғәзиз (1895—1938). Мөхәмәтсәлих һәм Ғәлимә Әлмөхәмәтовтарҙың ғаиләһендә 6 ул үҫә: Абдулла, Абдрахман (1887—?), Ғәзиз, Фәтих (1900—?), Хәбибрахман (1905—?) һәм Ғәлирахман (1912—?). Ғаиләлә тормош ауыр була, атаһы ваҡытлы эштәргә яллана — мал көтә, бесән йыя. Малайҙар бала саҡтан ауыл эшсәндәренең хеҙмәтен белеп атаһына ярҙам иткәндәр. Әсәһе Ғәлимә моңло тауышлы булып бихисап башҡорт халыҡ йырҙарын, оҙон көйҙәрҙе йырлаған, Аҡмулланың шиғырҙарын яттан белгән.. Атаһы туберкулёз менән ауырып үлгәндән һуң, 1908 йылда Абдрахман ағаһы менән Ташкентҡа китә. Унда йәйен йөҙөм баҡсаларында эшләй, ә ҡышҡы айҙарҙа мәҙрәсәлә уҡый. 1913 йылда Ташкент ҡалаһында башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусы булараҡ тәүге тапҡыр сығыш яһай. 1914 йылдан Урта Азия, Ҡаҙағстан, Башҡортостан, Волга буйы, Себер буйлап гастролдәрҙә йөрөй. 1916 йылдан башлап йыш ҡына Ырымбурҙа була, концерттар менән сығыш яһай. 1917 йылда Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтенә ҡушыла. «Тулҡын» башҡорт йәштәре ойошмаһы ағзаһы булып китә. Башҡорт Хөкүмәте тарафынан ойошторолған концерттарҙа, шул иҫәптән Каруанһарайҙа сығыш яһай. 1917 йылдан Өфөлә шағир Шәйехзада Бабич менән берлектә концерттар ҡуя. 1918 йылдың яҙында Башҡортостан Ваҡытлы Революцион Советына ағза итеп һайлана, әммә был вәкәләттәрҙе Ғәзиз Әлмөхәмәтов ҡабул итмәй. Бынан һуң Башҡортостан Ваҡытлы Революцион Советы уны стипендия менән тәьмин итеп Ырымбурға уҡырға ебәрә. Әлеге ваҡытта Әлмөхәмәтовтың Ырымбурҙа уҡыуы хаҡында документтар табылмаған. |


